+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Ноябрь 2020, 05:15

Флешмобта ҡатнашыусыларҙан һый-ниғмәттәр...

3 ноябрҙә илебеҙҙә «Сәнғәт төнө-2020» Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторолдо.Унда аш-һыу оҫталары башҡорт милли аштарын тәҡдим итте.Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Башҡорт халҡының милли аштары флешмобында ҡатнашыусылар һаны ла бихисап. Ауыл клубтары тарафынан тәҡдим ителгән башҡорт аштарының күп төрлөлөгө хайран ҡалдыра!
Мәҫәлән, Хөсәйен ауылынан Ҡорбанғәлиева Наҙгөл «Ҡаҙан ҡолағы», буранғолдар - картуф ҡыҫтыбыйы, Алға ауылынан Ригина Ғәзизова ҡош теле тәҡдим итһә, Поляковка ауылы торт әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Ә Имай-Ҡарамалы, Буранғол, Көрмәнкәй ауылдарының мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, Ҡыҙрастан Мөхәмәтрәхимова Гөлфиә Суфиян ҡыҙы бешергән ҙур бәлеш, бауырһаҡ һәм башҡа бик күп тәмлекәстәрҙән һәм Соколовка ауылынан Сәүиә Ҡунафина әҙерләгән төрлө һый-ниғмәттәрҙән өҫтәлдәр һығылып торҙо!
Бөтә фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар «КУЛЬТУРА и ИСКУССТВО в Давлекановском районе» төркөмөнән алынды.
Читайте нас: