+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Ноябрь 2020, 04:15

"Сәнғәт төнө-2020"

3 ноябрҙә илебеҙҙә «Сәнғәт төнө-2020» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә.Район Мәҙәниәт йорто коллективы - акцияның бөтә сараларында ла әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Шулай уҡ уның ауылдарҙағы бер филиалы ла был эштән ситтә ҡалмай.Унда ҡатнашыусыларҙың эштәренә баһа бирегеҙ.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Көрмәнкәй ауылынан Миниса Әлмөхәмәтова ла бөгөн «Сәнғәт төнө-2020»-лә ҙур теләк менән ҡатнаша. Уның ҡул эштәре ауылдарында, районда ойошторолған бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. Шулай булмай, мөмкин дә түгел, сөнки был эштәр кешеләргә бик оҡшай. Миниса ханым сәйләндән, мәрйкендәрҙән үреп, төрлө тәңкәләрҙән теҙеп матур-матур сувенирҙар әҙерләй.
Көрмәнкәй ауылында ғүмер итеүсе Фәнисә Мостафинаның да бар эштәре лә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Уның сәйләндән үргән, төҫлө ептәр менән сигелгән, һалҡын фарфорҙан яһаған әйберҙәре, шулай уҡ алмаздар менән сигелгән картиналары эргәһенән һоҡланмай үтеү мөмкин түгел.
Бөтә фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар «КУЛЬТУРА и ИСКУССТВО в Давлекановском районе» төркөмөнән алынды.
Читайте нас: