Суйынсы ауылында йәшәүсе Наилә Алексеева һәм Имай-Ҡарамалынан Тәслимә Ҡорбанова ла ҡул эштәренә бик маһирҙар. Уларҙың бәйләгән шәлдәре, урындыҡ һәм ултырғыс япмалары, һуғылған балаҫтары ла кешеләр күңелендә һоҡланыу тойғолары уята. Ә сигелгән мендәр тыштары һуң ҡалай матур, күҙҙең яуын алырлыҡ! Элек бындай мендәрҙәрҙе ҡыҙҙарға бирнәгә әҙерләйҙәр ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер инде улар күп осраҡта тик ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ә Наилә Алексеева һәм Тәслимә Ҡорбанова – шундай ҡомартҡыларҙың алтын ҡуллы оҫта хужабикәләре.