+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Ноябрь 2020, 03:50

«Сәнғәт төнө-2020» Бөтә Рәсәй акцияһы

Йыл һайын илебеҙҙә «Сәнғәт төнө-2020» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Быйыл ул 8-се тапҡыр ойошторола.Был турала ентекләберәк гәзитебеҙҙең сайтында.

Музей-театрҙар, күргәҙмә һәм концерт залдары, китапханалар һәм мәҙәниәт йорттары был юлы тематик сараларҙы онлайн-форматта уҙғара. Тамашасыларға сәнғәт тураһында төрлө лекциялар, коцерттар, конкурстар, флешмобтар, музей экспозициялары буйлап виртуаль сәйәхәт тәҡдим ителә. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.
Район Мәҙәниәт йорто коллективы - акцияның бөтә сараларында ла әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Шулай уҡ уның ауылдарҙағы бер филиалы ла был эштән ситтә ҡалмай, дистанцион рәүештә бөтә конкурстарҙа ла ҡатнаша.
Ә флешмобтарҙың, конкурстарҙың ниндәйе генә юҡ: башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары буйынса флешмоб, ҡул эштәре күргәҙмәһе, вокал конкурсы, оҫталыҡ дәрестәре, аш-һыу әҙерләү серҙәре менән бүлешеүсе видеолар һәм башҡалар...
Хөрмәтле төркөмдәштәр! «Сәнғәт төнө-2020» Бөтә Рәсәй акцияһы һеҙгә күңелле ял минуттары, тәҡдим ителгән эштәр менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бүләк итә.
Бөтә фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар «КУЛЬТУРА и ИСКУССТВО в Давлекановском районе» төркөмөнән алынды.
Читайте нас: