Вокал һәм хореография буйынса сығыш яһаусылар ҙа бихисап булды. Һеҙҙең иғтибарға Ҡыҙрас ауылынан Рафаэль Дәүләтбаев һәм Минзәлә Шағаева, Соколовканан Надия Минебаева һәм Фирҙәүсә Аллабирҙина башҡарыуында моңло йырҙарҙың, Буранғол ауылынан Резеда Ҡорбанғәлиеваның «Һыу буйында» тигән дәртле бейеүенең видеояҙмаларын тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ, яҡшы кәйеф һеҙгә!