-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ноябрь 2020, 18:00

ФӘРҮӘЗ УРМАНШИН ЙӘШЛЕК МӨХӘББӘТЕН ЭҘЛӘЙ

Сибәр, талантлы ҡыҙ ине...

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Эстрадаға Фәрүәз Урманшиндың "Сафия" йыры менән гөрләп ингән сағы. "Шул саҡтарҙы бөгөн һағынып иҫкә алам. Концерттарға саҡыралар, шығырым тулы залдар. Ҡыҙҙар мөхәббәтен белдерә ", – ти йондоҙ үҙе был хаҡта.
Күп тә үтмәй "Йәшлек" гәзитендә "Минең кумирым" тигән ярыш иғлан ителә. Уның шарты: кумирыңа арнап шиғыр йәки мәҡәлә яҙыу ине. Әйтәһе түгел – ярыш ҡыҙыу бара. Шулай ҙа был конкурста Бөрйән ҡыҙына тиңләшеүсе булмай. Ул яратҡан йырсыһы Фәрүәз Урманшинға исем-фамилияһының баш хәрефе менән бағышлап шиғыр яҙа.
– Һуңынан редакция ҡыҙҙы бүләкләр өсөн Өфөгә кафеға саҡырҙы. Сибәр, талантлы ҡыҙ ине. Үкенескә ҡаршы, ҡыҙҙың үҙен дә, уның шиғырын да юғалттым. Мөмкин булһа, шул һылыу миңә хәбәр итһен, – ти эстрада йондоҙо.
Фото: артистың шәхси сәхифәһенән.
Венер Исхаков.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/y-r-k-sere/F-r-z-Urmanshin-y-shlek-m-h-bb-ten-e-l-y-545614/
Читайте нас: