Был көндө иртән-иртүк ауылдың уңған апай-еңгәйҙәре, килендәре өмә уҙғарылған ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Флүзә Минеәхмәтованың йортона ашыҡты. Өмәселәр хужа салып индергән ҡаҙҙарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алып, үтекләгәндән һуң йолҡа ла башланы. Уларҙың инде байтаҡ ҡына өмәлә сынығыу алырға өлгөргән ҡулдарына күҙ эйәрмәй, һәр береһе үҙенең етеҙлеген, уңғанлығын күрһәтеп ҡалырға тырыша.
“Ҡаҙҙарҙың ҡалаҡ майы ҡабарып тора, хужабикә яҡшы тәрбиәләгән”, - тип хужабикәне лә маҡтап алырға онотмайҙар. Өмәселәр: “Ҡаҙҙарҙы ҡарға баҫҡас һуйһаң, ите тәмле була”, “Һыҙырғандан һуң ҡалған ҡауырыйҙарын, киләһе йылға тағы ла күберәк булһын, тип теләп елгә осорорға кәрәк”, “Ҡаҙ мамығынан яһалған мендәр файҙалы, тыныс йоҡлата”, “Ҡаҙ майының шифаһы бик күп, белеп ҡулланырға кәрәк, элек өшөгән бит-ҡулдарҙы ҡаҙ майы менән ыуғандар”, - тип үҙҙәре белгән уй-фекерҙәре менән уртаҡлашалар.
Шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙҙар бер-бер артлы йолҡоноп та бөттө. Эстәрен таҙартып, йыуырға, баш-тояҡтарын таҙартырға ғына ҡалды.
Был эштәрҙе лә башҡарып сыҡҡандан һуң, өмәселәр һәм мәҙәниәт йортоноң "Гәүһәр" фольклор ансамбле ҡыҙҙары ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә аҫып, йырлаша-йырлаша йылға буйына йүнәлде. Байрам унда ла уйын-көлкө, йыр-бейеү менән бик күңелле дауам итте.
Өмә уҙғарыу, ҡунаҡ һыйлау – башҡорт халҡының ғүмер буйына килгән йолаһы. Туғандарың, күршеләрең, ауылдаштарың менән аралашып, аш-һыуға йөрөшөп йәшәү тормошҡа тағы ла йәм өҫтәп ебәрә. Хужалар өмәлә ҡатнашыусыларҙы тәмле ҡаҙ ите, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ, тәм-том менән һыйланы. Ҡунаҡтарҙың: "Киләһе йылда ла күп итеп ҡаҙҙар үҫтерергә, итен бергәләп, тәмләп ашарға яҙһын",- тип хужаларға теләгән теләктәре ҡабул булһын.
Фотолар Сапай ауыл мәҙәниәт йортоноң ВКонтакте төркөмөнән алынды.