+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Ноябрь 2020, 14:30

Телевидениела эшләүсе яҡташтарыбыҙ

21 ноябрҙә Бөтә донъя телевидение көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан һеҙҙе Дәүләкән районында тыуып-үҫкән һәм телевидениела эшләп йөрөгән яҡташтарыбыҙ менән таныштырабыҙ. Уларҙың береһе - Иҫке Көрмәнкәй ауылы егет Илһам Сәлимйәнов. Ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ.

Илһам Илдар улы Сәлимйәнов БР Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылында тыуып-үҫкән. 2002 йылдан башлап Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында оператор булып хеҙмәт һала.
Оператор һөнәре уны, тәү сиратта ,үҙендә бер үк ваҡытта төшөрөү процесының техник һәи ижади өлөштәрен бергә башҡарып булыуы менән йәлеп итә. Был эштең тамашасыларға күренгән һөҙөмтәһе - тәү сиратта, операторҙың эше һәм уның "авторлыҡ ҡарашы". Режисырҙың уй-пландарын тап ошо белгестәр тормошҡа ашыра, сөнки ул тәүҙә буласаҡ кадрҙарҙы күҙ алдынан үткәрә һәм һуңынан уларҙы ысынбарлыҡ итә.
Еңел булмаған, әммә бөтә тамашасылар өсөн дә мөһим булған, хеҙмәтең өсөн ҙур рәхмәт һиңә,телекамералар менән мөғжизәләр тыуҙырыусы яҡташыбыҙ!
Уңышлы кадрҙар һәм еҫел хеҙмәт көндәре теләйбеҙ. Беҙҙе төрлө-төрлө мауыҡтырғыс фильмдар ҡ№м тапшырыуҙар менән ҡыуандырып тороғоҙ. Ижадыңда ҙур уңыштар юлдаш булһын. Ғаиләң һаҡлап, яҡлап, күңелеңде йылытып торһон
Материалдар һәм фотолар Көрмәнкәй ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: