+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Ноябрь 2020, 17:20

"Туй йолаһы" фестивале үтте

Кисә, 20 ноябрҙә, "Туй йолаһы" Асыҡ йолалар республика фестивале. үтте. Ул Ю-туб каналында онлайн-форматта. Сарала район Мәҙәниәт йорто ла ҡатнашты. Был турала ентекләберәк гәзиттең сайтынан уҡығыҙ.

Кисә, 20 ноябрҙә, иртәнге сәғәт 10-да конкурс һайлап алыуҙары үтте. Ул БР Халыҡ ижады үҙәгенең Ю-туб каналында, шулай уҡ ВКонтакте социаль селтәрендәге төркөмөндә онлай-режимда ойошторолдо. Тура эфир барышында ҡатнашыусыларҙың сығышын ҡарарға, комментарийҙар яҙырға, үҙҙәренең ҡатнашыусылары өсөн тауыш бирергә, шулай уҡ жюри ағзаларының иҫкәрмәләрен ишетергә мөмкин булды.
14.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында "Быуындарҙы бәйләүсе ептәр" тигән "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Ул Zoom форматта эшләне. "Түңәрәк өҫтәл" эшендә ижади коллективтар етәкселәре, шул иҫәптән беҙҙең райондан "Дим" һәм "Әхирәттәр" фольклор ансамблдәре етәксеһе Кифая Минеғолова ла ҡатнашты. Сара барышында фестивалдең финалына үтеүселәрҙең исемлеге билдәле булды. Исемлектә - бөтәһе 30 коллектив. Улар араһында Дәүләкән район Мәҙәниәт йортоноң "Дим" һәм "Әхирәттәр" фольклор ансамблдәре лә бар. 15.00 сәғәттә Шаран районында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Унда К. Минеғолова урынына район Мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе белгесе Фәнүзә Зайҙулла ҡыҙы Закирова ҡатнашты.
"Туй йолаһы" Асыҡ республика фестивале өс турҙа үткәрелде. Беренсе турҙа республиканан бөтәһе 83 коллектив ҡатнашты. Жюри уларҙың 30-н икенсе турға һайлап алды. Өсөнсө турға бөтәһе 18 коллектив тороп ҡалды. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең фольклор ансамблдәре төшөргән туй йолаларының видеоһы конкурс шарттарына яуап биргән форматта төшөрөлмәгәнлектән, улар еңеүселәр араһына үтә алманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, жюри туй йолаларын ныҡлап өйрәнгәндәре, уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлау өсөн ҙур эш башҡарыуҙарын билдәләп үтте һәм ике коллективты ла Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Читайте нас: