-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Ноябрь 2020, 13:20

Маҡтаулы исем бирелде

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ. Ә ниндәй хәбәр икәнен гәзитебеҙҙең сайтында уҡый алаһығыҙ.

Илнар Миранов - яңы татар эстрадаһының иң танылған вәкилдәренең береһе. Ул "Үҙгәреш еле" ("Ветер перемен") проектының бөтә миҙгелдәрендә, Тюрквижн халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша, Әлфиә Абзалова исемендәге халыҡ-ара конкурс призеры була. Тамашасыларына уның харизмаһы һәм артислыҡ оҫталығы оҡшай. Ә тормошта Илнар - бик оялсан егет.
Миранов яңғыҙ концерттар менән Үзбәкстанда һәм АҠШ-та сығыш яһаған. Февраль айында Ҡазан ҡалаһында берҙән-бер концерты ҙур уңыш менән үткән. Киләсәктә йырсы ғүмерен Германия менән бәйләргә уйлауы тураһында белдерә.
Үҙе хаҡында ул:"Башҡортостандың Дәүләкән районында тыуып-үҫтем. Ауылда 9-сы класты тамамланым. Артабан Өфө ҡалаһына барып, сәнғәт училищеһының баян класына уҡырға индем. Музыка ҡоралында уйнауымды быға тиклем күҙ алдына ла килтермәнем, сөнки хореография менән шөғөллөнә инем. Ике йыл баян класында уҡыным, артабан вокал буйынса педагог йырлауымды ишетеп, вокал бүлегенә күсергә күндерҙе. "Татар моңо" конкурсында Татарстандың баш ҡалаһы мине үҙенә ғашиҡ итте. Училищенан һуң Ҡазанға киттем һәм сәнғәт институтына уҡырға индем. Бөгөнгө көндә "Татарстан халыҡтары дуҫлығы йорто" Дәүләт бюджет учреждениеһында эшләп йөрөйөм".
Кисә, 24 ноябрҙә, Татарстан Республикаһы Президенты яҡташыбыҙ, Бик-Ҡарамалы ауылы егете Илнар Мирановҡа "Татарстандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем бирелеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Танылған яҡташыбыҙҙы мәртәбәле исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Уға сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, яңынан-яңы бейеклектәргә үрләүен теләйбеҙ!
Уңыштар һиңә, Илнар!
Читайте нас: