Мәҫәлән, Ленинск ауылының башланғыс класс уҡыусылары ла әсәләренә үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләгән, сөнки әсәйҙәр өсөн балаһы үҙе эшләп биргән бүләктән дә ҡәҙерлеһе юҡтыр, моғайын. Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәре яҙҙырған видеояҙма аша ҡәҙерлеләренә булған изге һүҙҙәрен еткерә.