-17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноября 2020, 01:20

Әсәйҙәр көнө менән...

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә (29 ноябрҙә) Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урынды алып тора.Күпселек ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре был байрам уңайынан төрлө саралар үткәрә башланы ла инде.Улар тураһында гәзитебеҙҙең сайтынан ентекләберәк уҡый алаһығыҙ.

Илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырым урынды алып тора. Бөтә ваҡыттарҙа ла тап әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Был көндә беҙ әсәйҙәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, уларға иң изге һүҙҙәребеҙҙе һәм теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Район Мәҙәниәт йорто ошо уңайҙан "Әсәйҙәр тормошонан бер көн" тигән флешмоб ойошторғайны. Унда күпселек ауылдар ҡатнаша.
Мәҫәлән, Рассвет ауылынан Паша Елгин, Матвей Лаврухин, Никита ҡ№м Родион Лупаиналар, Матвей Лотаков һәм Данила Ғиләжевтар әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән матур бүләктәр әҙерләгән.
Шулай уҡ флешмобҡа Денис һәм Альберт Әхмәтйәновтар ҙа ҡушылған. Улар ҙа әсәләренә матур һүрәт бүләк иткән һәм ҡотлау видеоһы яҙҙырған.
Читайте нас в