+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноябрь 2020, 00:20

Әсәйҙәр көнөнә арнап...

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә (29 ноябрҙә) Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында ул айырым урынды алып тора.Күпселек ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре был байрам уңайынан төрлө саралар үткәрә башланы ла инде.Улар тураһында гәзитебеҙҙең сайтынан ентекләберәк уҡый алаһығыҙ.

Илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырым урынды алып тора. Бөтә ваҡыттарҙа ла тап әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Был көндә беҙ әсәйҙәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, уларға иң изге һүҙҙәребеҙҙе һәм теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Район Мәҙәниәт йорто ошо уңайҙан "Әсәйҙәр тормошонан бер көн" тигән флешмоб ойошторғайны. Унда күпселек ауылдар ҡатнаша.
Мәҫәлән, Көрмәнкәй ауылынан кескәй Амелия Мөхөтдинова әсәһен байрам менән ҡотлап, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә һәм үҙе төшөргән һүрәтен бүләк итә.
Флешмоб 29 ноябргә тиклем дауам итә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн әсәйҙәрегеҙҙең фотоларын йәиһә уның мәшәҡәтле тормошо тураһында видео төшөрөп, төрлө репортаждар,әсәйҙәрегеҙ өсөн ҡотлауҙар ебәрә алаһығыҙ. #деньматери#мамочка#одинденьизжизнимамы хэштегтарын ҡуйырға онотмағыҙ.
Читайте нас: