0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноябрь 2020, 01:00

Әсәйҙәр көнө уңайынан...

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә (29 ноябрҙә) Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында ул айырым урынды алып тора.Күпселек ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре был байрам уңайынан төрлө саралар үткәрә лә башланы инде.Улар тураһында гәзитебеҙҙең сайтынан ентекләберәк уҡый алаһығыҙ.

Илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырым урынды алып тора. Бөтә ваҡыттарҙа ла тап әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Был көндә беҙ әсәйҙәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, уларға иң изге һүҙҙәребеҙҙе һәм теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Район Мәҙәниәт йорто ошо уңайҙан "Әсәйҙәр тормошонан бер көн" тигән флешмоб ойошторғайны. Унда күпселек ауылдар ҡатнаша.
Мәҫәлән, Соколовка ауылынан Альбина һәм Лилиана Манаковалар байрам уңайынан әсәләрен "Сәскә" бауырһағы, "Сникерс" торты, "Көнбағыш" һәм "Анар беләҙеге" тигён турамалар әҙерләп ҡыуандырһа, Яна Абдеева, Лилиана Манакова, Алина Вәлиева һәм Ләйсән Хәбибуллиналар иһә матур һүрәттәр төшөрөп бүләк иткән.
Читайте нас: