-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноябрь 2020, 01:35

"Әсәйҙәргә дан!" йырланылар

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә (29 ноябрҙә) Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урынды алып тора.Күпселек ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре был байрам уңайынан төрлө саралар үткәрә башланы ла инде.Улар тураһында гәзитебеҙҙең сайтынан ентекләберәк уҡый алаһығыҙ.

Илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырым урынды алып тора. Бөтә ваҡыттарҙа ла тап әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Был көндә беҙ әсәйҙәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ, уларға иң изге һүҙҙәребеҙҙе һәм теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Район Мәҙәниәт йорто ошо уңайҙан "Әсәйҙәр тормошонан бер көн" тигән флешмоб ойошторғайны. Унда күпселек ауылдар ҡатнаша.
Мәҫәлән, Алға ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Ригина Ғәзизова Әсәйҙәр көнөнә арналған "Әсәйҙәргә дан!" тигән йөкмәткеле концерт ойошторҙо. Йыйылыусылар бөтә санитария-эпидемиология сараларын да күҙәтте, барыһы ла битлектәрҙә килде, социаль арауыҡ та һаҡланды.
Тамашасылар Сәкинә Вәлиева, Фәрзәнә Хәсәншина башҡарыуындағы моңло йырҙарҙы, концерт прогарммаһына ингән дәртле бейеүҙәрҙе дәррәү алҡыштарға күмде. Сара барышында шулай уҡ күңелле уйындар ойошторолдо һәм байрамға килгән әсәйҙәргә бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: