+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Декабрь 2020, 18:45

Башҡорт теле көнөнә ҡарата

Ҡаҙырғолдар яҡташтарының уңышына һөйөнә

Үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һөйөү ҡаҙаныштарға илтә
  • Башҡортостанда йәшәгән һәм уҡыған һәр бала үҙ телен белергә тейеш. Мин, йәш әсә булараҡ, тиҫтерҙәрем менән аралашҡанда йыш ҡына уларҙың үҙ балаларының сит телде өйрәнеүҙәренә өҫтөнлөк биреүен тоям. Һүҙ юҡ, күп телдәрҙе өйрәнеү баланың күҙаллауын киңәйтә. Ә минеңсә, үҙ тамырҙарыңа һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнә, - тап шулай ти Ҡаҙырғол ауылында йәшәгән Алина Булатова. – Минең ҡыҙым Арина Булатова биш йәшенән сәхнәлә йырлай башланы. Бында, әлбиттә, уның олатаһы Юлай Фәтхелисламовҡа рәхмәт әйтергә кәрәк. Оҫта гармунсы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы атайым ейәнсәренең дә һәләтен асырға булышлыҡ итте. Улар икәүләшеп бер нисә тапҡыр ауыл клубында сығыш яһанылар.
  • Ирле-ҡатынлы Булатовтар балалары туған телен белһен өсөн бар тырышлығын һала. Башҡорт теле буйынса мәктәптә үткәрелгән конкурстарҙа, башҡа сараларҙа даими ҡатнашалар.
    Быйыл Башҡорт теле көнөнә уларҙа айырыуса шатлыҡ – ҡыҙҙары, Ҡаҙырғол башланғыс мәктәбенең икенсе класс уҡыусыһы Арина Булатова «Сулпылар» республика телевизион конкурсы финалына үтте.
    Конкурстың тәүге этаптарында яҡташыбыҙҙың башҡорт халыҡ йырын оҫта башҡарыуы жюриҙың иғтибарын йәлеп итте.
    Сарала республиканың төрлө төбәктәренән ике йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың сығышын республиканың танылған сәнғәт әһелдәре баһаланы. Аринаның йырлауы барыһына ла оҡшаны, ул «Өмөт» номинацияһында еңеүсе тип танылды, уға диплом һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Ҡыҙ етәксеһе Венера Садиҡова менән бергәләп баш ҡаланан илһамланып, яңы еңеүҙәргә дәртләнеп ҡайтты.
    Күреүебеҙсә, туған телеңде, үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен, йолаларын белеү балаға үҫешергә генә түгел, бейеклектәргә үрләргә лә ярҙам итә.
    Читайте нас: