+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Декабрь 2020, 19:05

Байрам концертын күрмәй ҡалмағыҙ!

Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. 9 декабрҙә әлеге иҫтәлекле дата уңайынан "Вся Уфа" баш ҡала телеканалы ҡала мәҙәниәт һарайының "Ордендар ни тураһында сыңлай" тигән театрлаштырылған тамашаһын күрһәтәсәк. Режиссеры - Вера Прыжанкова.

- Һуңғы йылдарҙа патриотик тәрбәя төшөнсәһе үҙе, уның эстәлеге, маҡсаттары һәм бурыстары радикаль рәүештә яңынан ҡарала. Һәр герой тураһында хәтерләү ҡиммәт, ә беҙҙең бурыс - уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу. Ҡала мәҙәнит һарайының әлеге театрлаштырылған проекты хәрби хеҙмәттә генә түгел, ә кешеләрҙе ҡотҡарыуға, илебеҙ фәне һәм техникаһы үҫешенә өлөш индергән бөтә граждандарға тағы бер тапҡыр ҙур рәхмәт әйтеүгә йүнәлтелгән ине.

Беҙ йыш ҡына илебеҙ хаҡына һәм һәр беребеҙ хаҡына башҡарылған батырлыҡтар тураһында белмәйбеҙ һәм ысын геройҙар беҙҙең менән йәнәшә йәшәй тип уйламайбыҙ, - ти Вера Прыжанкова.
Шулай ҡк, кино төшөрөү процессы тамашасыһы Мария Трегубова үҙ фекере менән уртаҡлашты:

- Ватанды һаҡлаусылар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, локаль һуғыш ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар һәм беҙҙең осор геройҙары исеменә юғары, лайыҡлы һүҙҙәр яңғыраясаҡ. Ҡала мәҙәниәт йортоноң әлеге проектын ҡарагас, тамашасылар ысын геройҙарҙың кем икәнен, «Ватан Геройҙары көнө» байраыеның тарихы, төрлө тарихи осорҙарҙа геройҙаҙы нисек хөрмәтләүҙәре менән танышасаҡ, - ти ул.

Концертты "Вся Уфа" телеканалында 15:15 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ!

Фото: mgazeta.com


Автор: Ример Насретдинов.

https://kiziltan.rbsmi.ru/articles/i-g-75-el/B-yr-m-kontsertin-k-rmi-kalmagiz-582046/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=32350601

Читайте нас: