-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Декабрь 2020, 18:10

Халыҡ кәсептәрен тергеҙеп...

10 декабрҙә район Мәҙәниәт йортонда «Печворк – өйҙәге йәмдең нигеҙе» тигән матур байрам үтте.Уның тураһында ентекләберәк гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ.

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғоо ҡул эштәренең бер төрө булған ҡорама ҡорау популярлаша бара. Был шөғөл һөҙөмтәһендә төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәренән мозаика ысулы менән һүрәттәр эшләнеп, тотош изделиелар: япмалар, мендәр, юрған тыштары, күҙҙең яуын алырҙай паннолар тегелә. Алтын ҡуллы оҫталар ябай энә, ептәр һәм ҡорамаларҙан ысын ҡомартҡылар тыуҙыра!
Ундай алтын ҡуллы оҫталар беҙҙең районда ла аҙ түгел. Район Мәҙәниәт йортодиректорының ауыл филиалдары эше буйынса урынбаҫары Закирова Фәнүзә Зәйҙулла ҡыҙы етәкселегендә «Печворк» түңәрәге эшләп килә. Ул тегеү сәнғәтенең боронғо төрөн тергеҙеү, һаҡлау һәм артабан үҫтереү маҡсатында ойошторолған. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр ҡорама ҡорау нескәлектәренә өйрәнә, үҙ-ара эш алымдары менән бүлешә, матур эштәрен күрһәтә. Был түңәрәктең филиалдары шулай уҡ райондың күпселек ауылдарында ла бар.
10 декабрҙә район Мәҙәниәт йортонда ошо боронғо ҡул эше менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашлығында уҙған йылға йомғаҡ яһау, ошо йыл эсендә тегелгән әйберҙәрҙе күрһәтеү маҡсатында күргәҙмә һәм «Печворк – өйҙәге йәмдең нигеҙе» тигән матур байрам ойошторолдо. Йыл һайын уҙғарыла торған байрамдың төп саралары быйыл пандемияға бәйле онлайн-форматта үтте. Шуға эштәр төшөрөлгән бөтә фотоһүрәттәр һәм видеолар ВКонтакте социаль селтәрендәге район Мәҙәниәт йорто төркөмөнөң диуарында урынлаштырылды.
Байрамға килеүселәр иғтибарына түңәрәк ағзаларының күҙҙең яуын алырлыҡ матур эштәрен тәҡдим иттеләр, ҡорама ҡорауҙың ябай техникалары тураһында һөйләнеләр һәм түңәрәккә килергә саҡырҙылар. Район Мәҙәниәт йорто директоры Юлизә Рәил ҡыҙы Шәфиева «Печворк»тың иң әүҙем ағзаларына райондың мәҙәниәт идаралығы исеменән – Дипломдар, ә ҡорама ҡорау һәм сигеү буйынса республика онлайн-семинарында ҡатнашыусыларға ҡатнашыусылар сертификаттарын тапшырҙы.
Нина Алексеевна Хилинская түңәрәккә быйыл ғына йөрөй башлаған. Уның сағыу эштәре һәм түңәрәктең киләсәктәге эшенә әйткән йылы теләктәре күргәҙмәгә килеүсе күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
«Әхирәттәр» фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаћы Роза Шәкүр ҡыҙы Низаметдинова ҡораманан тегеү өлкәһендә үҙе башҡарған эштәре, район һәм республика фестивалдәрендә, конкурстарында ҡатнашыуы тураһында бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне.
Ҡорама ҡорау түңәрәгенең Мәкәш ауылы филиалы етәксеће Рәйзә Әхмәтрәхимова, был шөғөлдөң нескәлектәренә төшөндөҙөї, үҙенең оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты. Ә уның бүлешер серҙәре күп, әлбиттә, сөнки Рәйзә Зәйҙулла ҡыҙының эштәре республикала уҙғарылған «Ҡораматуй» байрамында юғары баһа алды. Түңәрәк етәксеһе Фәнүзә Закированың эштәре – Мәҙәниәт министрлығының, ә түңәрәк ағзаћы Рима Йосопованыҡы мәҙәниәт идаралығының дипломдарына лайыҡ булды. Любовь Воробьева, Айһылыу Әминова, Филзә Әҡбәрова күргәҙмәнән алған тәьҫораттары һәм уңыштары менән бүлеште. Алға ауылынан Ригина Ғәзизова эшен ҡыҙыҡлы уйын рәүешендә тәҡдим итте. Ул теккән паннола эт һүрәте йәшерелгәйне. Уны табыусы бүләккә - Орифлейм компанияһында печворк стилендә эшләнгән яулыҡҡаа лайыҡ булды.
Байрамға килеүсеәєр өсөн «Экспромт» халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле музыкаль бүлєк әҙерләне. Сараны алып барыусы Кифая Минеғолова программаны алып барыуға бар күңел йылылығын бирҙе, Сергей Кузнецов музыкаль яҡтан биҙәне, Эмиль Латипов һәм Айгөл Ғималетдинова фото һәм видеояҙмалар эшләне. Байрам бер тында, һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
ВКонтакте социаль селтәрендәге район Мәҙәниәт йорто төркөмө материалдарынан.
Фотоһүрәттәр шул уҡ төркөмдән алынды.
Читайте нас: