-12 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
МӘҘӘНИӘТ
15 Декабря 2020, 18:00

Халҡыбыҙҙың яратҡан ҡыҙы

Бөгөн республикала Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнә. Уның моңдо тауышы кемдәрҙе генә әсир итмәгән дә, кемдәр генә уға арнап шиғырҙар яҙмаған! Бөгөн һеҙҙең иғтибарға билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов һәм яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр шағир Фәнүр Низаметдинов танылған йырсының яҡты иҫтәлегенә арналған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

ЙӨРӘК ТАУЫШЫ ...
НИСӘ БЫУЫН ҺИНЕҢ МОНДА ҮҪТЕ,
НИСӘ БЫУЫН КҮҢЕЛ КҮТӘРҘЕ.
ИҢГӘ ТӨШКӘН КҮПМЕ БӘЛӘЛӘРҘЕ,
ҠАЙҒЫ-ШАТЛЫҠТАРҘЫ ҮТКӘРҘЕ.
ҺИНЕҢ МОҢОҢ ТИК ШАТЛЫҠТАН ТҮГЕЛ,
УЛ ЯРАЛҒАН ХӘСРӘТ-ҠАЙҒЫНАН.
УНДА БОЛОТ ТА БАР, ДАУЫЛ ДА БАР,
УНДА ТҮГЕЛ ҠОЯШ, АЙ ҒЫНА.
УЛ МОҢ СЫҠҠАН ХАЛЫҠ КҮҢЕЛЕНӘН,
ХАЛЫҠ ЙӨРӘГЕНӘН ҺЫҒЫЛЫП.
ШУҒА ХАЛЫҠ АЯҒҮРӘ ТЫҢЛАЙ,
ШУҒА ТЫҢЛАЙ УНЫ ЙЫҒЫЛЫП. ,
СИХРИ МОҢОҢ ТЫҢЛАП УЙҒА ҠАЛАМ,
ҠУЯ ҺЫУҒА, УТҠА ҺАЛЫП ТА.
ҺИНЕҢ КҮҢЕЛ АША ҮТЕП ҠАЙТА
ХАЛЫҠ МОҢО КИРЕ ХАЛЫҠҠА!
ҺИНЕҢ ЙЫРҘЫ, ҺИНЕҢ МОҢДО ТЫҢЛАП,
ЗАМАН МЕНӘН ЗАМАН ҠАУЫШЫР,
ИНӘЙҘӘРҘӘН ЕЙӘН-ЕЙӘНСӘРГӘ
КҮСӘ БАРЫР ЙӨРӘК ТАУЫШЫҢ...
ИРЕК КИНЙӘБУЛАТОВ.


ФӘРИҘӘ АПАЙҒА...
(РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ФӘРИҘӘ АПАЙ,
БЕҘ ҺИНЕ ОНОТМАЙБЫҘ...)
ҺАНДУҒАС МОҢДАРЫ КҮСКӘН
ДИМ ҠЫҘЫНЫҢ ТЕЛЕНӘ.
ГҮЗӘЛ ТӘБИҒӘТТЕ МАҠТАЙ,
ЙЫРЫН АРНАЙ ИЛЕНӘ.
ЙОМАРТ ТӘБИҒӘТ ҺЫЛЫУҒА
МОҢЛО ТАУЫШТЫ БИРГӘН.
«ЙЫРЛАП ХАЛЫҠТЫ ҠЫУАНДЫР –
МИНӘН БҮЛӘК ШУЛ», - ТИГӘН.
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ЯҠТАШЫ,
КЕЛӘШ АУЫЛЫ ҠЫҘЫ.
ҒҮМЕР БУЙЫ МОҢ ТАРАТТЫ,
ГЕЛ ҠЫУАНДЫРҘЫ БЕҘҘЕ.
ДАНЫ БИК АЛЫҪ ТАРАЛДЫ,
ХАТТА СИТ ИЛДӘРГӘ ЛӘ.
СЕРЛЕ МОҢДАР, ОСАР ҠОШТАЙ,
ТОТОП БУЛМАЙ ЭРГӘЛӘ.
МӘШҺҮР ЙЫРСЫ ҮҘ ЙЫРҘАРЫН
ТАҪМАЛАРҒА ЯҘҘЫРҒАН.
МОҢҺОҘҘАРҘЫ УЙҒА ҺАЛҒАН,
МОҢЛОЛАРҒА ЙЫР ҠАЛҒАН!
ФӘНҮР НИЗАМЕТДИНОВ.
Читайте нас в