+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Декабрь 2020, 16:10

Уның тауышы бөтә Рәсәйҙе таң ҡалдырҙы

Бөгөн республикала Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләнә.Уның тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ҡудашева Фәриҙә Йәһүд ҡыҙы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының һәм Татарстандың халыҡ артисы Ҡудашева Фәриҙә Йәһүд ҡыҙы 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.
Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата.
Дүртөйлөлә 7-се класты тамамлағас, 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡырға инә һәм уны 1939 йылда тамамалап сыға.
1939-1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда тәүге
тапҡыр радио аша йырлағандан һуң бөтә илгә таныла.
1944— 1947 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостандың радио комитетында эшләй.
1956 йылдан башлап, Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт юлын дауам итә һәм йырсы булараҡ, тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле музыкант һәм композитор Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр.
Фәриҙә Ҡудашеваның ижады башҡорт эстрада сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә . Йырсының сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарай. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ һәм эстрада йырҙары урын ала.
Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йырсыға:
1956 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған,
1968 йылда — халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Фәриҙә Ҡудашева шулай уҡ Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән
бүләкләнгән, ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972) һәм Татарстандың халыҡ артисы (1990).
1995 йылда уға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә.
1996 йылда йырсы Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһына
лайыҡ була.
Фәриҙә Йәһүд ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90-сы йәшендә вафат булды.
Нагаев микрорайонында һәм Шишмә ҡасабаһындағы урамдарға, башҡорт-татар йырҙарын башҡарыусыларҙың "Дуҫлыҡ моңо" йыр фестиваленә билдәле йырсының исеме бирелгән.
2014 йылдан башлап танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин иҫтәлегенә "Ике аҡҡош" тигән халыҡ-ара фестиваль-конкурс уҙғарыла башлай.
Шишмә районы биләмә-ара китапханаһы материалдарынан.
Фото һәм видеолар асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: