+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Декабрь 2020, 13:05

Байрам саралары башлана

Һеҙгә район Ҡыш Бабайҙарынан байрам сәләмдәре еткерәбеҙУлар тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яңы йылдың яҡынлашыуы көндән-көн нығыраҡ һиҙелә. Биналарҙың фасадтары, ойошмалар, учреждениелар һәм шәхси йорттар ихаталары байрамса төҫ алды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө саралар уҙғара башланы. Район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары ҡалабыҙҙа уҙғарыласаҡ Ҡыш Бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парадына әҙерлекте башлаған да инде. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Рассвет, Дүртөйлө, Көрмәнкәй һәм Ҡоръятмаҫ ауылдарының Ҡыш Бабайҙарынан байрам сәләмдәре еткерәбеҙ.
Яҡынлашып килгән байрамдар менән һеҙҙе, дуҫтар! Киләһе йыл тик уңыштар ғына алып килһен!
Читайте нас: