+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Декабрь 2020, 01:50

"Ҡыҙыл буҫтау" юлдан үттеләр...

Бөгөн, 25 декабрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында һәм район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан балаларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.Улар тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бөгөн, 25 декабрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында һәм район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан балаларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.
Быйылғы йылдың пандемияға бәйле ҡатмарлы килеүенә ҡарамаҫтан, тормош туҡталып ҡалманы. Ғәҙәттәгесә булмаһа ла, үҙгәрештәргә тиҙ арала ҡулайлашып, төрлө эштәр, мәҙәни саралар дауам итте. Уларҙа өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Республикала Яңы йыл каникулдарына иғлан ителгән саралар исемлегендә бөгөнгә көн Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнө тип иғлан ителгәнгә, байрамдың төп хужалары Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы бүләкләргә ашыҡты. Бындай саралар Соколовка, Ҡаҙырғол, Алға ауылдарында уҙған. Ундағы әүҙем балаларҙың исемлеген һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Мәҫәлән, Соколовканан Монакова Лилиана, Абдеева Яна, Артем һәм Сафия Кинйәғоловтар, Тимур һәм Шамил Хәйретдиновтар, Руслан, Айбулат, Радим Минейәровтар, Хәбибуллина Ләйсән, Снежана һәм Алһыу Шәмсетдиновалар, Денис Әхмәҙуллин, Алина Вәлиева, Дамир Хөснөтдиновтар; Ҡаҙырғол ауылынан Камила Ильясова, Алина Усманова, Денис Исмәғилев, Самат Арыҫланов; Алғанан Азалия, Ильяс, Ислам Зариповтар, Данис Вальтин, Арина Зарипова, Дилара Ғәзизова, Ләйсән Мөхәрәмова. Уларҙың барыһы ла Почет грамоталары, тәмле бүләктәр менән бүләкләнде.
Ошондай уҡ саралар райондың Дүртөйлө, Имай-Ҡарамалы, Ҡыҙрас ауылдарында ла уҙған.
Киләсәктә был балаларға ижади уңыштар, барлыҡ сараларҙа ла артабан әүҙем ҡатнашыуын теләйбеҙ һәм уларҙың миҫалында башҡалар ҙа әүҙемләшер, тип ышанып ҡалабыҙ.
Читайте нас: