+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Декабрь 2020, 18:45

Үҙенсәлекле байрам үткән

Был көндәрҙә мәҙәниәт йорттарында төрлө байрам саралары үтә. Үҙенсәлекле сараларҙың береһе Поляковка ауылы клубында ойошторолған.Ниндәй икәнен беҙҙең сайттан белерһегеҙ.

Быйылғы йыл һынауҙарға бай булды. Пандемия сәбәпле төрлө сикләүҙәр индерелде, мәҙәни сараларҙың күпселеге онлайн-режимда ойошторолдо.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр һынауҙарға бирешмәй, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәй.
Кәбисә йылы уҙып китергә лә күп ҡалманы. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усаҡтарында төрлө байрам саралары ойошторола. Улар араһында үҙенсәлеклеләре лә бар. Шундай байрамдарҙың береһе Поляковка ауылының мәҙәниәт йортонда үткән. 25 декабрҙә бында "Рәсәй сәскәләре" тигән рус яулыҡтары байрамы уҙған. Сара башында алып барыусы байрамға килгән рус һылыуҙарын яулыҡтың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырған. Артабан ҡыҙҙар төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашҡан, күңелле таҡмаҡтар йырлаған. Кисәнең башынан аҙағына тиклем шаян уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр байрам кәйефе хөкөм һөргән. Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар саранан күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф алған.
Читайте нас: