+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Декабрь 2020, 19:30

Гармунсығыҙ өйҙәме?

Өйҙә булһа, килһен әле, тиер инек, тик бөгөн гармунсылар өйҙә юҡ шул. Уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл алдынан район Мәҙәниәт йортонда "Уйна, гармун!" тигән байрам үтте.
Гармун телдәренең көмөш сыңы ауылдарҙың һәр йортонда тиерлек яңғыраған көндәр бар ине. Бер нисә тиҫтә йыл элек малайҙарҙың бөтәһе лә тиерлек гармунда уйнарға өйрәнергә хыяллана торғайны. Быға һис тә ғәжәпләнерлек түгел, сөнки бер генә табын да, бер генә байрам да гармынһыҙ үтмәй , ә гармунсылар ауылдарҙа алтын бәрәбәренә тиң була торғайны.
Был музыка ҡоралына һөйөү бөгөн дә кәмемәй. Беҙҙең районда йолаға әйләнгән "Уйна, гармун!" байрамының уҙғарылыуы быны туранан-тура иҫбатлай.
Быйыл байрамға ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың төрлө мөйөштәренән гармунсылар һәм халыҡ ижадын яратыусылар йыйылды. Хатта, алыҫ араларҙы яҡынайтып, күрше Шишмә районынан гармунсылар Рәил Хажиев һәм Рәил Ғүмәров та килгәйне. Сарала тамашасылар был музыка ҡоралының төрҙәренең, төҫтәренең, ҙурлыҡтарының күплеген, ялтырап торған яңыларын, ваҡыт дауамында һыналып, бер аҙ таушала төшкәндәрен күреп, тауыштарының күп төрлө булыуын ишетеп, хайран ҡалды. .
Тәжрибәле гармунсылар менән бер рәттән яңы ғына сығыш яһай башлағандар ҙа, һөнәрмәндәр һәм һәүәҫкәр музыканттар ҙа, берәмләп һәм күмәкләп тә сығыш яһап, үҙ оҫталығын күрһәтте. Улар башҡарыуында күңелле йәки һағышлы көйҙәр район Мәҙәниәт йортоноң фойеһын илаһи моңдарға күмде. Гармун күректәренән төрлө көйҙәр, халыҡ йырҙары ишеткән тамашасылар, ҡушылып йырлап, күңелдәрендәге моң-һағышты таратты, дәртле көйҙәргә рәхәтләнеп бейене, шаян таҡмаҡтар башҡарҙы. Ана шундай таҡмаҡсыларҙың береһе, Соколовка ауылынан Тамара Каптилова башҡарған таҡмаҡтар бөтәһенең дә кәйефен күтәреп ебәрҙе.
Был байрамда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Бына быйыл да күркәм сараға 25-тән артыҡ гармунсы килде. Йыйылыусылар гармунсылар Мозафар Фазлиәхмәтов, Фәнгәр Нагаев, Рафаэль Закировтарҙың сығышын тын да алмай тыңланы. Гармунсылар менән бер рәттән һәүәҫкәр баянсылар Хәтифйән Солтанов, Фәнил Хәйретдинов, Фәнзирә Гәрәева, аккордеонсы Надиә Минебаева башҡарған көй-моңдар байрамға йәм өҫтәне. Сығыш яһаусылар араһында өлкән йәштәге гармунсылар Ихсан Мөхәрәмов һәм Вәли Фазыловтың булыуы байрамға айырым бер йәм һәм мәртәбәлек өҫтәне.
Ҡатнашыусыларҙың ҡайһылары, музыка ҡоралында тормош иптәштәре менән парлап уйнаны. Мәҫәлән, Әлфиә һәм Ирек Хаматовтар, Наил һәм Земфира Мәғәсүмовтар, Әҡлимә һәм Мәрүән Гәрәевтар парлы сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне. Тамашасылар бөтә артистарҙы ла дәррәү алҡыштарға күмде. Соколовка ауылынан Надиә Минебаева, Тамара Каптилова, Ҡыҙрас ауылынан Рафаэль Дәүләтбаевтарҙың сығышы уларға айырыуса оҡшаны.
Байрам бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Байрам аҙағында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды
Был саранан һуң районыбыҙ гармунсыларының уйнауына ғашиҡ булыусылар һаны байтаҡҡа артҡандыр, тип ышанабыҙ.
"Культура и искусство в Давлекановском районе" төркөмө материалдарынан.
Фотолар һәм видео ошо уҡ төркөмдән.
Читайте нас: