+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Декабрь 2020, 18:00

Кремль шыршыһы телеформатта уҙасаҡ

Кремль шыршыһы быйыл тәүге тапҡыр телевизион форматта уҙасаҡ.

"Йылдың бишенсе ваҡыты, йәки Яңы йылды кем уйлап тапҡан" тигән яңы йыл спектакле Кремлдәр һарайында тамашасыларһыҙ ғына ойошторола һәм 31 декабрҙә, Мәскәү ваҡыты менән 18.00 сәғәттә "Карусель" телеканалында күрһәтелә. Теләге булғандар уны телевизорҙан ҡарай ала.
Спектаклдә Мәскәүҙең билдәле театр һәм кино артистары, Рәсәйҙең акробатика буйынса йыйылма командаһы, спорт рок-н-ролы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары ҡатнаша.
Кремль шыршыһын 7 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән 19.30 сәғәттә һәм 13 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән 17.00 сәғәттә ҡабатлап күрһәтеләсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: