+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Декабрь 2020, 00:45

Хаттар, асылмалар һәм посылкалар...

Бөгөн, 29 декабрҙә, яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, Башҡортостанда Хаттар, асылмалар һәм посылкалар көнө уҙа.Ошо уңайҙан уҙғарылған саралар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Көн дауамында муниципалитеттарҙа балалар өсөн саф һауала Ҡыш бабай һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашлығында байрам ирталектәре ойошторола.
Социаль селтәрҙәрҙә "Видеоасылма яһа һәм "Юлдаш" телеканалы йондоҙо бул " тигән флешмоб уҙа.
Ошо уңайҙан беҙҙең райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ошо сараға ҡушылған. Мәҫәлән, Буранғол ауылынан Резеда Ҡорбанғәлиева эшләгән асылмалар һәм "Ҡыш бабайға хат" тигән видеоролик бик матур килеп сыҡҡан һәм тулыһынса был көн темаһына тура килә.
Уларҙы беҙҙең сайтта ҡарай алаһығыҙ.
Яҡынлашып килгән байрам менән, дуҫтар!
Читайте нас: