+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ғинуар 2021, 01:15

Байрам саралары

Элегерәк хәбәр ителеүенсә, Башҡортостанда декабрҙән 14 ғинуарға тиклем яңы йыл байрамдары календары булдырылғайны. Уға ярашлы, көн һайын ниндәйҙер тематик саралар ойошторола.Улар хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

30 декабрь - Урам карнавалы көнө ине. Был көндә район Мәҙәниәт йорто филиалдарының күбеһендә саф һауала бал-маскарадтар ойошторолған.
Мәҫәлән, Буранғол, Ленинск, Көрмәнкәй, Дүртөйлө, Ҡыҙрас, Поляковка, Иҫке Мерәҫ, Александровка, Сергиополь ауылдарында был саралар бик күңелле уҙған. Уларҙа әкиәт геройҙары, урман йәнлектәре костюмдары кейгән ауыл халҡы төрлө конкурстарҙа, шаян викториналарҙа ҡатнашҡан, күңелле уйындарҙа таҫыллыҡта көс һынашҡан, йырҙар йырлаған, дәртле бейеүҙәр бейеп, күңел асҡан. Шулай уҡ был байрам кисәләрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыл дауамында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандарға дипломдар, почет грамоталары, төрлө бүләктәр тапшырған.
Читайте нас: