+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ғинуар 2021, 01:45

Сәләмәтлек көнө

1 ғинуар - Сәләмәтлек көнө. Бөгөн ошо уңайҙан ауылдарҙа төрлө спорт саралары ойошторолған.Улар хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Мәҫәлән, Көрмәнкәй, Ҡыҙрас, Дүртөйлө, Сергиополь ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары скандинавса атлау менән шөғөлләнергә сыҡҡан. Көрмәнкәй һылыуҙары был турала: "Һәр көн һайын 30 минутҡа ғына булһа ла саф һауала йөрөп инһәң, бөтә ауырыуҙарың, арыу-талыуҙарың онотола. Һәм ауылдаштарыбыҙ шулай эшләй ҙә", - ти.
Бөгөн күпселек ауылдарҙа шулай уҡ 2021 метрға йүгереү буйынса " Вәғәҙәләр уҙышы " марафоны ла ойошторолған. Был сарала Александровка, Көрмәнкәй, Ҡоръятмаҫ, Буранғол, Иҫке Мерәҫ ауылдары халҡы әүҙем ҡатнашҡан һәм ярышҡа байрамса төҫ бирергә тырышҡан. Мәҫәлән, 2021 метрлыҡ араға Буранғол ауылында Мәскәй әбейҙәр ярышҡа сыҡҡан, ә Иҫке Мерәҫтә йүгереүҙә хатта Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа көс һынашҡан. Шулай уҡ Иҫке Мерәҫ ауылында саңғыла ла йөрөгәндәр. Марафон еңеүселәренә бәләкәй генә булһа ла бүләктәр тапшырылған. Александровка ауылында марафонда ҡатнашыусы Александра Кузнецова - 1-се, Дмитрий Колесников - 2-се, ә Самира Тәхәүетдинова 3-сө урын яулаған.
Читайте нас: