+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ғинуар 2021, 20:15

Районда - Ҡышҡы уйындар көнө

Бөгөн Соколовка ауылы биләмәһендә "Айыҡ ауыл- 2021" республика конкурсы сиктәрендә һәм яңы йыл байрамдары календарына ярашлы спорт сараһы үткәрелде.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Сара барышында хоккей буйынса ярыш, саф һауала "Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе" форматында яңы йыл уйындары ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар ауыл буйлап ҡыңғыраулы аттарҙа йөрөнө, командаларға бүленеп, төрлө ярыштарҙа көс һынашты: арҡан тартышты, әкиәт геройҙары менән йүгерешеп, ярышты, гер күтәрҙе, тюбингтар менән бер-береһен һөйрәп йүгерҙе.
Соколовка, Көрмәнкәй, Раев ауылдары биләмәләренең хоккей командалары үҙ-ара көс һынашты. Ярыш бик көсөргәнешле булды. Уйын йомғаҡтары буйынса Раев ауыл Советы - беренсе, Соколовка ауыл Советы - икенсе, ә Көрмәнкәй ауылы командаһы өсөнсө урынды яуланы.
Читайте нас: