+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ғинуар 2021, 23:50

Тауҙан елдәй елдек беҙ...

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуар - Ҡышҡы уйындар көнө. Ошо уңайҙан беҙҙең районда ла төрлө мәҙәни саралар ойошторолған.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Көрмәнкәй ауылында ла ошо уңайҙан балалар өсөн күңелле ҡышҡы уйындар ойошторолған.
Был ауыл тауҙан шыуыу өсөн айырыуса уңайлы урында ултырғанлыҡтан, бында уйындар ойоштороу өсөн хатта боҙҙан тау ҙа яһап торорға кәрәкмәгән. Бөгөнгө байрам көнө уңайынан тәбиғәт бүләк иткән тауҙан олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп шыуған. Тюбингтарҙа, саналарҙа бейек үрҙән түбәнгә табан елдергәндә, ҡолаҡтарҙа елдәр һыҙғырыуы ғына ишетелеп ҡалған.
Ҡышҡы уйындар көнө сиктәрендә шулай уҡ ауыл беренселегенә саңғы ярыштары ла уҙғарылған.
Көрмәнкәй ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсы финалисы һәм спорт яратыусы ауыл булараҡ билдәлелек яулауы тураһында күптәр беләлер, моғайын. Ошо конкурста еңгән өсөн бирелгән бүләк аҡсаларына бында урам тренажерҙары ҡуйылыуы хаҡында ла яҙып киткәйнек. Бөгөнгө иҫтәлекле көн уңайынан улар ҙа буш тормаған. Ауылдың уңған апайҙары бында бер-береһе менән ярыша-ярыша күнекмәләр эшләгән.
Читайте нас: