Ер шарында Яңы 2021 йыл тәүге аҙымдарын яһай. Байрамдар уңайынан барса халыҡ ял итә, төрлө мәҙәни саралар ойошторола. Пандемия шарттарында Башҡортостан етәкселәре бөтә сараларҙы ла саф һауала уҙғарырға тырыша. Ғәҙәти сараға әйләнгән "ТERRA ZIMA" фестивале лә өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ошондай форматта ойошторолдо. Быйыл ул икенсе тапҡыр уҙа. Фестиваль дүрт көн дауам итәсәк. Беренсе көндә, 1 ғинуарҙа, мәҫәлән, "Вәғәҙәләр йүгереүе" үткән. Унда ҡатнашыусылар 2021 метрлыҡ араны ҡағыҙға 2021 йылға маҡсаттарын яҙып, үҙҙәре теләгән темпта Карауанһарай тирәләй йүгереп үткән. Шулай уҡ "Ватан" этно-паркы территорияһында карнавал костюмдары конкурсы ойошторолған.
Кисә иһә, 3 ғинуарҙа, этно-паркта байрам саралары яңы йыл Һабантуйҙары менән дауам иткән. Күңел асыу саралары араһында саңғы ярыштары, йәйәнән атыу, йондоҙҙар сығышы һәм хатта бейеүсе ат ҡатнашлығында шоу ҙа уҙған.
Йәйәнән атыу буйынса ярыштарҙа Башҡортостандан 40-лап уҡсы, шул иҫәптән, 10 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Сарала беҙҙең район вәкилдәре лә сығыш яһаған. Улар - Динислам Йосопов һәм Илмир хәҙрәт Әхмәтйәнов.
Ярыштар өс этапта уҙған. Уҡсылар тәүҙә - баҫып атыуҙа, артабан боронғо һунар саңғыларында йөрөп килеп, төрлө алыҫлыҡта урынлаштырылған өс сәпкә атҡан. Ярыш шарттары буйынса, уҡсылар милли костюмдарҙа һәм баш кейемдәрендә булған.
Бындай кимәлдә тәүге тапҡыр ғына сығыш яһаған беҙҙең район егеттәре призерҙар иҫәбенә сыға алмаған. Әммә: "Иң мөһиме еңеү түгел, ә ҡатнашыу. Күберәк шөғөлләнһәк, беҙ ҙә һынатмабыҙ", - ти улар.