+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ғинуар 2021, 20:05

Ҡышҡы уйындар көнө

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуар - Ҡышҡы уйындар көнө. Ошо уңайҙан беҙҙең районда ла төрлө мәҙәни саралар ойошторолған.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Мәҫәлән, Ивановка ауылында "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы" тигән лозунг аҫтында саңғылар менән Ҡыҙыл тауға сәйәхәт ойошторғандар. Саф һауала йөрөүселәр бындай сәйәхәттең кәйефтәрен күтәреп ебәреүен билдәләгән.
Ҡыҙрас ауылында ла сара бик күңелле үткән. Бында балалар өсөн ҡышҡы уйындарҙан торған спорт программаһы әҙерләгәндәр. Балалар командаларға бүленеп, төрлө спорт ярыштары ойошторған, рәхәтләнеп тауҙан шыуған, ҡар нығытмалары өсөн алыштар ойошторған.
Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөнгө көн бик күңелле үткән.
Читайте нас: