+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Ғинуар 2021, 21:35

Ҡар һәм боҙ фестивале көнө

4 ғинуар - Ҡар һәм боҙ фестивале көнө.Ошо көндә уҙған саралар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән әйберҙәргә бағышланған. Алдан хәбәр ителеүенсә, "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Иң яҡшы ихата боҙ ҡаласығы" конкурстарына йомғаҡ яһаласаҡ.
Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Беҙҙең район халҡы ла был сараға әүҙем ҡушылған. Ҡыштың тәүге көндәре ҡар аҙ яуыуға ҡарамаҫтан, табиғәт был фестивалде үткәрергә ярҙам итергә булды, күрәһең. Һуңғы көндәрҙә ер өҫтөнә ап-аҡ "мамыҡ юрған" ятты. Был иһә, балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡарҙан төрлө һындар эшләү мөмкинлеге бирҙе.
Мәҫәлән, Буранғол ауылы тауҙар ҡуйынында ятҡанлыҡтан, кисә яуған ҡар һәм буран арҡаһында бында "аҡ юрған" күпкә ҡалынайған. Балалар бергәләшеп мәҙәниәт йорто эргәһендәге шыршы янында ҡар тауы һәм ҡар бабайы, окоптар һәм хатта штаб та яһап ҡуйған. Тауҙы нығытып, һыу һипкәндәр, баҫҡыс эшләгәндәр. Хәҙер рәхәтләнеп уйнар өсөн, боҙҙоң туңғанын көтәһе генә ҡалған. Ә был инде каникулдарҙың ҡалған көндәре лә күңелле үтәсәк, тигән һүҙ.

Фотолар һәм видео: Р. Ҡорбанғәлиева.
Читайте нас: