Мәҫәлән, бөгөн, 3 ғинуарҙа, Буранғол ауылынан килгән фотоһүрәттәрҙә балаларҙың шау-гөр килеп саңғы, сана шыуыуҙары һүрәтләнгән. Бынан тыш, беҙҙең балалыҡ йылдарын иҫкә төшөрөп, улар кәритәләргә, хатта көрәктәргә лә ултырып шыуған, паровоздар булып тағылып уйнаған.
Шулай уҡ буранғолдар Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә яһалған тағараҡтарына тәүге ҡоштарҙың һайланырға килеүе тураһында ла ҡыуанып хәбәр итә.