+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Ғинуар 2021, 00:55

9 ғинуар - Халыҡ бейеүҙәре көнө

Ошо уңайҙан һеҙгә матур ял минуттары үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Дәртле бейеүҙәр яҡшы кәйеф бүләк итһен, дуҫтар. Бейеүселәр тураһында ентеклерәк -беҙҙең сайтта.

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, 9 ғинуар халыҡ бейеүҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Башҡортостан танылған бейеүселәре менән дан тота. Оҫта бейеүселәр беҙҙең районда ла күп.
Мәҫәлән, балалар сәнғәт мәктәбенең "Ассоль", " Вдохновение ", Дим ҡарлуғастары" һәм районда ғына түгел, ә республика, хатта Рәсәйҙән дә ситтә танылыу яулаған "Башҡортостан сәскәләре" ансамблдәренең сығышы район сәхнәләрендә, ысын мәғәнәһендә, матур байрамға әйләнә. Күптән түгел балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы Ҡоръятмаҫ ауылында ла асылды. Ул да район сәхнәһендә ныҡлы аҙымдарын яһай.
Ошо байрам көнө уңайынан һеҙҙең иғтибарға Зәйтүнә Заманова етәкселегенгдәге "Дим ҡарлуғастары" ансамбле башҡарыуында - "Серле ҡурай", Ҡоръятмаҫ ауылынан Айһылыу Ғәлиуллина етәкселегендәге ансамбль башҡарыуында - "Ҡурай сәскәһе" бейеүен, Людмила Тюменцева етәкселегендәге " Ассоль" ансамбле башҡарыуында - татар халыҡ бейеүе "Гармун", итальян бейеүе " Тарантелла", башҡорт халҡының "Беләҙектәр менән бейеү" ен, рус халҡының "Дим тыпырҙауы"н тәҡдим итәбеҙ. Был сығыштар һеҙгә байрам кәйефе бүләк итһен.
Читайте нас: