9 ғинуар - Халыҡ бейеүҙәре көнө
Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, 9 ғинуар халыҡ бейеүҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Башҡортостан танылған бейеүселәре менән дан тота. Оҫта бейеүселәр беҙҙең районда ла күп.
Ошо уңайҙан Александр Витальевич Криволап етәкселегендәге, районда ғына түгел, ә республиканан, хатта Рәсәйҙән дә ситтә танылыу яулаған "Башҡортостан сәскәләре" өлгөлө хореография ансамбленең сығышын айырым билдәләп үтәйек.
Улар башҡарыуында "Вербное воскресенье", " Вальс", "Торналар" бейеүҙәренең архивтағы яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ. Уларҙың сифаты өсөн һеҙҙең алда ғәфү үтенәбеҙ, сөнки был яҙмаларға ике тиҫтәгә яҡын йыл үткән.