+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Ғинуар 2021, 23:30

Мәҙәниәт йортонда тамаша үтте

Кисә, 9 ғинуарҙа, район Мәҙәниәт йортонда матур тамаша үтте. Уның тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Кисә, 9 ғинуарҙа, район Мәҙәниәт йортонда башҡорт халыҡ театры коллективы "Дуҫтар менән бергә" тигән йыр-моңло, уйын-көлкөлө яңы йыл кисәһе уҙғарҙы. Тамаша тура эфирҙа күрһәтелде.
Театрҙың һәүәҫкәр артистары байрамға күстәнәстәр - йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар һәм спектаклдәрҙән өҙөктәр әҙерләп алып килде. Тамашасылар һәм артистарҙың дуҫтары һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмде. Сара бөтәһенә лә оҡшаны. Театрлаштырылған тамашала ҡатнашыусылар һәм килгән ҡунаҡтар тамашанан яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге алып таралышты.
Читайте нас: