Был сараны үткәрергә кисә күпләп яуған ҡар ҙа, бөгөнгө көндә көслө генә ел иҫеп тороуы ла ҡамасаулай алмаған.
Көрмәнкәй ауылында ойошторолған уйындар "Тышта - ҡыш, шыршы эргәһендә -ярыш" тип аталған.
Тәғәйенләнгән ваҡытҡа ауыл уртаһында биҙәлгән шыршы эргәһенә балалар йыйылған. Байрамдың төп геройҙары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу үҙҙәренә команда йыйып, ярыштар ойошторған. Уйындар барышында төрлө эстафеталар, ярыштар уҙғарылған. Балалар саналар менән уҙышҡан, быймалар кейеп, ҡарҙа хоккей уйнаған, тауҙан шыуған, алыҫтан биҙрә-сәптәргә кемдәр күберәк ҡар йомарламдары индерә алыуҙа көс һынашҡан. Уйындар һөҙөмтәһендә дуҫлыҡ еңгән. Ҡыш бабай һәр кемгә тәмлекәстәр таратҡан. Уйындан балалар яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алып, биттәре алланып таралышҡан. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡышҡы каникулдың һуңғы көнө бик күңелле һәм файҙалы үткән.