+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Ғинуар 2021, 01:20

Кис ултырып ҡыҙҙар бәйләм бәйләй...

Ошо көндәрҙә Алға ауылы клубында матур сара уҙған.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Һалҡын ҡыш уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Дәүләкән район Мәҙәниәт йорто филиалдарында әүҙем эш ҡайнай. Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдарына арналған саралар уҙып китте, хәҙер инде мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡа даталарға арналған төрлө саралар ойоштора.
Мәҫәлән, Алға ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Ригина Ғәзизова ошо көндәрҙә халҡыбыҙҙың матур йолаһы "Кис ултырыу" байрамдары уҙғарған. Был сара ошо йоланы тергеҙеү, киләсәктә йәштәр халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаһын тигән маҡсатта уҙғарылған.
Кис ултырыуҙа ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы клубҡа үҙҙәре менән ҡул эштәре алып килгән. Унда ҡатнашҡан гүзәл зат вәкилдәре был саралар ваҡытында йырлап-бейеп күңел асҡан, йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләгән, сағыу төҫтәрҙәге ултырғыс япмалары бәйләү серҙәре менән уртаҡлашҡан.
"Иң мөһиме, ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа, оҫталығыңды арттырыу өҫтөндә эшләргә, белмәгәнеңде - өйрәнергә, белгәнеңде - өйрәтергә", - тигән девизға таянып эш итә оҫта ҡуллы ханымдар.
Ошо көндәрҙә Алға ауылында ойошторолған " Кис ултырыу"ҙар шаулап-гөрләп, йыр-бейеү, уйын-көлкө менән уҙып киткән. Ошондай кешеләр булғанда, халҡыбыҙҙың матур йолалары тарих төпкөлөнә төшөп юғалмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ
Читайте нас: