+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Ғинуар 2021, 23:35

Бөтә донъя Ҡосаҡлашыу көнө

21 ғинуарҙа бөтә донъяла Ҡосаҡлашыу көнө байрам ителә. Үҙҙәренең күңел йылылығын, һөйөүен, изгелеген башҡалар менән уртаҡлашырға теләгән кешеләр тап ошо көндө был байрамды бик теләп билдәләй.

Ҡосаҡлашыу көнө рәсми байрам түгел, Ул 1986 йылда АҠШ-та билдәләнә башлай. Тәүҙә был байрам Халыҡ-ара түгел, ә Милли ҡосаҡлашыу көнө булараҡ байрам ителә. Һәм уны тик Америкала ғына билдәләйҙәр. Әлеге байрамға психология факультетында уҡыған Америка студенттары нигеҙ һалған, тип иҫәпләнә. Улар был көндә дуҫтары һәм яҡындарына ғына түгел, ә таныш булмаған кешеләргә лә бүләк иткән. Ғәҙәти булмаған байрам тиҙ арала популярлыҡ яулаған һәм ҙур тиҙлек менән бөтә донъяға таралған.
Был көн ғәҙәттә күләмле флешмоб формаһында үтә, сөнки урамда кулдарына "Бушлай ҡосаҡлайым" тигән плакаттар тотҡан кешеләрҙе күпләп күрергә мөмкин. Теләге булған һәр кем бер-береһе менән ҡосаҡлашып, яҡшы кәйеф һәм күңел йылылығы менән бүлешә.
Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, был үҙенсәлекле байрамды урамда уҙғарып булмаған. Шуға байрамды билдәләргә теләге булғандар уны онлайн-форматта үткәргәндәр. Флешмобтың тәүге ҡатнашыусылары - Буранғол ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
Беҙ ҙә бөтәһен дә байрам менән ҡотлайбыҙ һәм күңел йылылығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: