+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Ғинуар 2021, 23:00

"Тәбиғәттә ҡышҡы күренештәр"

Ошо көндәрҙә Буранғол ауыл мәҙәниәт йортонда балалар өсөн "Тәбиғәттә ҡышҡы күренештәр" тигән күңел асыу сараһы ойошторолған.

Ул викторина формаһында үткән. Балалар Резеда апайҙарының ҡыш тураһындағы һорауҙарына яуап биргән. Мәҫәлән, "Әле йылдың ҡайһы ваҡыты? " (ҡыш), "Һеҙ ҡыштың ниндәй билдәләрен беләһегеҙ? " (ҡар яуа, буран, һепертмә буран, боҙлауыҡ һ. б.), "Нисек уйлайһығыҙ, ҡыштың еҫтәре бармы? " (ҡар, шыршы, һалҡын һауа еҫтәре), "Ҡышын урамда ниндәй уйындар уйнарға була?" (саңғы, сана шыуырға, ҡар бәрешеп уйнарға), "Йәйен был уйындарҙы уйнап буламы? Ниңә? " һ. б.
Сара һуңында балалар тәбиғәттәге ҡышҡы күренештәр тураһында шиғырҙар һөйләгән.
Читайте нас: