+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Ғинуар 2021, 17:15

Ҡыш Бабай менән һаубуллаштылар...

Айыухан ауылында Яңы йылдың төп геройҙары Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙы оҙатыу байрамын бик үҙенсәлекле итеп ойошторҙолар.Ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ғинауар айы аҙағына яҡынлаша. Күптәр һағынып көтөп алған яңы йыл байрамдары уҙып киткәнгә лә ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтте. Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙар декабрь айына тиклем хушлашып, Төньяҡ ҡотопҡа табан юл алды. Уларҙы бөтә кешеләр оҙатып ҡалды.
Айыухан ауылында иһә Яңы йылдың төп геройҙары Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙы оҙатыу байрамын бик үҙенсәлекле итеп ойошторҙолар. Был сараны улар бер уңайҙан Студенттар көнөнә тура килтерҙе һәм ауыл халҡы өсөн матур байрам – ҡышҡы һабантуй уҙғарҙы.
Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә иртәнге 11.00 сәғәткә ауыл клубы ҡаршыһына йыйылды. Клуб мөдире Гөлүсә Нуруллина бындай күңелле сараларҙы йыш уҙғарып тора. Был юлы ла ул йыйылыусыларҙы ике командаға бүлеп, үҙенсәлекле ҡышҡы һабантуй байрамын асып ебәрҙе. Ярыштар ваҡытында командалар яҙғы һабан туйҙары программаһын тулыһынса ҡабатланы, тиергә мөмкин: тоҡтар кейеп уҙышты, арҡан тартышыуҙа көс һынашты, ҡашыҡҡа йомортҡа һалып йүгереште, күңелле эстафеталарҙа ҡатнашты. Яҙғы байрамдан ҡышҡы һабантуй унда тик Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙың ҡатнашыуы менән генә айырылып торҙо. Клуб ҡаршыһындағы майҙанда төшкә тиклем шау-гөр килгән күңелле тауыштар тынманы . Байрамдың төп геройҙары ҡатнашыусыларҙың һәр береһен тәмле приздар менән һыйланы. Сара һуңында Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙы бөтәһе бер тауыштан: «Һау бул, Ҡыш Бабай! Киләһе осрашҡанға тиклем!» - тип оҙатып ҡалды.
Бөтә ауыл халҡы тиерлек ҡатнашҡан байрам бик күңелле үтте. Һәр кем унан яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алып, Гөлүсә ханыма ошондай байрамдар ойоштороп торғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.
Читайте нас: