+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ғинуар 2021, 00:30

ИХ, СТУДЕНТ САҠТАР!

Их, ҡабатланмаҫ студент йылдары! Йәш саҡ, хыял диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙгән саҡ! Ул йылдарҙың иҫтәлеге булып һәр студенттың фотоальбомында фотоһүрәттәр һаҡланалыр. Хәйер, күңелдең дә иң түрендә инде ул күңелле йылдар. Улар тураһында иҫтәлектәрҙе артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Эйе, бөгөн – студенттар көнө. 1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең тәүге ҙур уҡыу йортона – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Шул көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойоштора.
Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Гөлшат Шәйхетдинова ла үҙенең студент йылдарын һағынып иҫкә ала. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт техникумының хореография бүлегендә ситтән тороп белем алған. Уҡырға ингән ваҡытында Гөлшаттың 2 улы була, ә белем тураһындағы дипломды инде ҡулына кескәй ҡыҙы Радмила менән бергәләп алалар. Төркөмдәштәре менән күңелле сессия ваҡыттарын да онота алмай, йыш иҫенә алып тора ул. Һағынған саҡтарында бергәләп төшкән фотоһүрәттәрҙе ҡулына ала һәм хәтирәләргә бирелә. Ә студент йылдарын оноторлоҡ түгел, әлбиттә. Имтихандар ваҡытында бергәләп бейеүҙәр өйрәнеү, кескәй ҡыҙы Радмиланы имтихандар тапшырып сыҡҡансы төркөмдәштәренең алмашлап күтәреп йөрөтөүе, кистәрен йырлаша-көлөшә бергәләп ултырыуҙар... Быларҙың бөтәһе лә хәҙер тик иҫләргә ҡалған. Тик, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, күңелдең һис тә ҡартаймауын студент тормошо менән йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә яҡшы белә.
Беҙ ҙә бөгөн күңелдәре менән мәңге йәш ҡалған бөтә элекке һәм бөгөнгө студенттарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!
Фотолар: Гөлшат Шәйхетдинованың шәхси архивынан.
Читайте нас: