"Юлдаш" радиоһының музыкаль мөхәррире Риф Арыҫланов оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне һәм ҡаланың киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Өфө ҡалаһы ҡала округының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Яҡташыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фотоһүрәттә: Риф Арыҫланов ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм баш ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе Марсель Байдәүләтов.