+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ғинуар 2021, 16:45

Сыуаш халыҡ байрамы – Сурхури

Дәүләкән районы Суйынсы-Николаевка ауылында халыҡ байрамы Сурхури уҙған.Уны тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Сыуаштар өсөн яңы йыл борондан килгән халыҡ байрамы – Сурхуриҙан башлана. Уны, ғәҙәттә бер аҙна буйына – Раштыуанан башлап Крещениеға тиклем байрам итәләр. Сурхури ваҡытында яңы йыл күрәҙәлек итеүҙәре, йыр-бейеү, уйын-көлкө күп була. Шулай уҡ яңы йылда яҡшы уңыш һәм үрсем алыу өсөн төрлө йолалар уҙғарыу ҙа байрамдың төп өлөшө иҫәпләнә.
Сурхури һүҙе сурах ури (һарыҡ аяғы) тигән ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән һәм сыуаш халҡының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре менән бәйләнгән. Ошо байрамды билдәләгән көндәрҙә ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡараңғы аҙбарға инеп, һарыҡ аяғына таҫмалар бәйләгән. Иртән сығып кемдең таҫмаһы ниндәй һарыҡ аяғында булыуын ҡарағандар: аҡ һарыҡта булһа кейәүе (кәләше) – аҡ сәсле, ҡара һарыҡта булһа – ҡара сәсле була, тип иҫәпләнгән. Ҡыҙҙар иһә байрам көндәрендә үҙҙәренең яртылары кем буласағына күрәҙәлек иткән. Буласаҡ кәләштәр йортҡа тауыҡ йәки әтәс алып инеп, иҙәнгә ебәргәндәр.Әгәр улар бойҙай, аҡса тәңкәләре, тоҙ һалынған тәрилкәләрҙе суҡыһа – киләсәктә бай тормош көтәсәк, күмер һалынғанын суҡыһа – ярлы, ә ҡом һалынғанын суҡыһа, тормош иптәшең пеләш буласаҡ, тип һаналған. Шулай уҡ тағы ла әллә күпме башҡа йолалар уҙғарылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был байрам тарих төпкөлөндә ҡалып, онотолоп бара. Йәштәрҙең күбеһе уның тураһында бөтөнләй белмәй тиерлек. Шуға Дәүләкән районы Суйынсы-Николаевка ауылы китапханаһы мөдире Татьяна Петрова һәм китапханасы Лариса Кузьмина сыуаш халҡының байрамын йәштәргә күрһәтеү, уларҙы боронғо ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатында Сурхури байрамы уҙғарған. Софья Иванова, Екатерина Петрова, Валерия Герасимова, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Варя Петрова, Лена Ларионова, Ольга Андреева, Аделина Семенова, Софья Никифорова, Денис Филиппов, Петр Лаврентьев сарала бик теләп ҡатнашҡан. Уның барышында алдан һанап үтелгән йолаларҙың барыһын да үтәргә тырышҡандар: ҡапҡа аша быйма ташлап, кейәүҙең ҡайһы яҡтан буласағын да белгәндәр, йортҡа әтәс кертеп, төрлө әйберҙәр һалынған тәрилкәләр яғына ла ебәргәндәр, һарыҡ аяғына таҫмалар ҙа бәйләгәндәр.
Бер һүҙ менән әйткәндә, онотола башлаған Сурхури байрамы бик күңелле уҙған һәм ҡатнашыусыларҙың күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған.
Читайте нас: