+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Ғинуар 2021, 01:00

Ултырайыҡ әле бөгөн кис...

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдағы филиалдарында халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәренә арналған "Кис ултырыу"ҙар үтә.Бындай сара Буранғол ауылында ла ойошторолған.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Һәр миҙгелдең матур мәле бар. Әле, ҡыштың һанаулы ғына көндәре ҡалып барғанда,Буранғол ауылында гөрләтеп "Кис ултырыу"кисәһе ойошторолдо. Был сара йәш быуын ошо йолаларҙы онотмаһын, ихтирам итһен, тигән маҡсат ҡуйылып уҙғарылды. "Кис ултырыу"ҙа "ултырма ҡыҙы" ла бар ине...
Кис ултырырға килгән Гөлбикә менән Зилә йыуғыс бәйләү серҙәрен һөйләп, күрһәтеп биргән. Хәлиҙә апай ейәнсәре Ынйыға башалтай,Люциә үҙенә "тәпешкә" бәйләгән.
Резеда менән Фәнисә йөндө тетеп, иләгән. Мәмдүҙә йыуғыс бәйләгән, Фәнүр ҡыҙҙарҙы сәй менән һыйлаған. Кис ултырған ҡатын-ҡыҙҙар ваҡыттарын ҡул эштәре менән генә уҙғармаған, шулай уҡ уйын-көлкө, йыр-бейеү менән күңел асҡан. Байрам бөтәһенә лә оҡшаған.
Улар аҙнаның һәр шаршамбыһы осрашырға һөйләшеп таралышҡан.
Буранғол ауыл клубы материалдарынан.
Фото: Резеда Ҡорбанғәлиева.
Читайте нас: