0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Февраль 2021, 11:40

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!

Уҙған йылда мәртәбәле йыр бәйгеһендә Дәүләкән районынан Фирҙәүес Мостафин һәм «Әхирәттәр» ансамбле (етәксеһе К.Х. Минеғолова) финалға сыҡты.

«Юлдаш йыры» - яңы исемдәр асыусы һәм яңы ҡаҙаныштарға ҡанатландырыусы проект.
«Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсы 2020 йылда үҙенең юбилейын – 10 йыллығын билдәләне. Унда йыл һайын Башҡортостандан ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙән дә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша. Һөнәри йырсылар менән бер рәттән сәхнәлә һәүәҫкәр башҡарыусылар ҙа сығыш яһай. Уҙған йылда ла мәртәбәле йыр бәйгеһендә ҡатнашҡан йөҙҙән ашыу моң эйәһе араһынан 20 яңғыҙ башҡарыусы һәм 3 ансамбль, шул иҫәптән, Дәүләкән районынан Фирҙәүес Мостафин һәм «Әхирәттәр» ансамбле (етәксеһе К.Х. Минеғолова) финалға сыҡты.
Гала-концерт пандемия сәбәпле 2021 йылдың 29 ғинуарында ғына уҙғарылды, шуға яңы йондоҙҙар ҡабынғанын ҡарарға килгән тамашасылар һаны залдағы урындарҙың 30 процентын тәшкил итте.
... Конкурс башланыуға һанаулы минуттар ҡала. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһенең шаршауҙары артында ығы-зығы хөкөм һөрә: башҡарыусылар һуңғы репетициялар үткәрә, прическаларын һәм макияждарын матурлай. Тиҙҙән бәйгелә кемдең еңгәне билдәле буласаҡ...
Шаршау асыла һәм мауыҡтырғыс тамаша башлана. Ул гала-концертта ҡатнашыусыларҙың «Юлдаш йыры гимны»н күмәкләп башҡарыуынан башланып китте. Артабан һәүәҫкәр артистар сәхнәлә бер-береһен алыштырып ҡына торҙо. «Әхирәттәр» ансамбле – беренсе, ә Фирҙәүес Мостафин дүртенсе булып сығыш яһаны. Уларҙың сығышын музыкаль яҡтан «Экспромт» музыка ҡоралдары ансамбле (БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Р.В. Рогив, Ю.И. Грибков һәм И.Я. Гофман, Ф.Б. Хәйретдинов) биҙәне. Дәүләкән ҡатнашыусыларының сығышын залда ултырған тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһынан килгән конкурсант Зөлфиә Вәлиеваның үҙенсәлекле, йөрәктәргә үтеп инерлек моңло тауышы менән - халыҡ йыры «Илсе Ғайса»ны, Венер Ҡәҙербаевтың (Силәбе өлкәһе) – «Һалдат хаты»н, Әбйәлил районынан «Серле моң» ансамбленең халыҡ йыры «Элмәлек»те башҡарыуы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.
«Юлдаш» радиоһы ойошторған күркәм конкурста Гран-при Күгәрсен районынан Нәғим Нуримановҡа тапшырылды. Ансамблдәр араһынан Әбйәлил районының «Серле моң» ансамбле еңеү яуланы. Беҙҙең «Әхирәттәр» һәм Фирҙәүес Мостафин конкурс лауреаттары исеменә лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, финалға сыҡҡан башҡа конкурсанттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға төрлөө номинациялар, бүләктәр тапшырылды. Мәҫәлән, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында интернетта өс башҡарыусы финалға сыҡҡан һәм улар араһынан иң күп тауыш йыйып, Хәйбулла ҡыҙы Сажиҙә Игебаева ошо номинацияға лайыҡ булды.
Бынан тыш, конкурс финалистары башҡарыуындағы йырҙар «Юлдаш» радиоһы эфирында яңғырап, йыл дауамында тыңлаусыларҙы ҡыуандырасаҡ.
Читайте нас: