+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Февраль 2021, 12:10

Борондан ҡалған йола

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары боронғо матур йолаларҙың береһе - «Кис ултырыу» байрамын ойошторҙо. Ошондай сара Иҫке Көрмәнкәй ауылында ла уҙған.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, уйындарын, йыр-бейеүҙәрен тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырыу һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, халыҡ йолаларының күркәмлеген күрһәтеү, ҡул эштәренә, хеҙмәткә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында боронғо матур йолаларҙың береһе - «Кис ултырыу» байрамдары ойошторолдо. Алға ауылы был сараны тәүгеләрҙән булып башлап ебәрҙе.
Иҫке Көрмәнкәй ауылында ла шаулап-гөрләп шундай сара үткән. Унда ҡатнашыусылар байрамға үҙҙәренең ҡул эштәренең өлгөләрен, сәй табынына тип әҙерләгән тәмлекәстәрен алып килгән. Был ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ауыл клубына һәр аҙна һайын йыйылып, бер-береһе менән ярыша-ярыша ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Белгәндәрен башҡаларға өйрәтәләр, белмәгәндәрен үҙҙәре өйрәнәләр. «Йәшлек» ансамбленә йөрөгән ҡыҙҙар - айырыуса әүҙемдәр. Ошо көндәрҙә үткән «Кис ултырыу»ҙа ла улар йыйылыусыларҙың күңелен күтәреп, төрлө йырҙар йырлаған, дәртле бейеүҙәр бейегән. Ауылдың танылған гармунсылары Рәмил Садиҡов, Илфат Ғүмәров, Илдус Шәрипов та кис ултырыусыларҙы гармун моңдары, дәртле көйҙәр менән һөйөндөргән.
Читайте нас: