Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, уйындарын, йыр-бейеүҙәрен тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырыу һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, халыҡ йолаларының күркәмлеген күрһәтеү, ҡул эштәренә, хеҙмәткә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында боронғо матур йолаларҙың береһе - «Кис ултырыу» байрамдары ойошторолған. Алға ауылы был сараны тәүгеләрҙән булып башлап ебәргән. Байрамдар шулай уҡ Ҡоръятмаҫ, Соколовка, Сапай, Батраҡ, Суйынсы, Суйынсы-Николаевка, Александровка, Поляковка һәм башҡа ауылдарҙа ла үткән. Рус ауылдарында байрам «Самауыр янында кис ултырыу» тип аталған. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған саралар бөтәһенә лә оҡшаған.