-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Февраль 2021, 12:20

«Кис ултырыу» - матур байрам

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары боронғо матур йолаларҙың береһе - «Кис ултырыу» байрамдарын ойошторҙо. Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, уйындарын, йыр-бейеүҙәрен тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырыу һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, халыҡ йолаларының күркәмлеген күрһәтеү, ҡул эштәренә, хеҙмәткә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында боронғо матур йолаларҙың береһе - «Кис ултырыу» байрамдары ойошторолдо. Алға ауылы был сараны тәүгеләрҙән булып башлап ебәрҙе.
Айыухан ауылында йәшәүселәр ҙә халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында байтаҡ эштәр башҡара. Клуб мөдире Гөлүсә Нуруллина был өлкәлә айырыуса тырышып эшләй. Ауылдаштары уға төрлө мәҙәни саралар ойоштороп, тормоштарын күңеллерәк иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Эйе, ауылда саралар йыш уҙғарылып тора. Ауылда ғына түгел, ә районда ойошторолған бар мәҙәни сараларҙа улар әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт йортонда «Серле йомғаҡ» исемле бәйләү түңәрәге лә эшләп килә. Унда 55-65 йәшлек ете кеше йөрөй.Ҡатнашыусылар һәр аҙнаның шишәмбеһе ауыл клубына йыйыла һәм бәйләм серҙәре менән уртаҡлаша. Улар был түңәрәктән тыш ауылда уҙғарылған мәҙәнис араларҙың уртаһында ҡайнай. Бына әле лә районда уҙған «Кис ултырыу» байрамдарынан ситтә ҡалмағандар. Тәғәйенләнгән сәғәттә улар ҡул эштәрен, милли аш-һыуҙарын күтәреп мәҙәниәт усағына йыйылды. Улар был сараға халҡыбыҙҙың борондан ҡалған кис ултырыу йолаһын йәштәргә күрһәтеү теләге менән йыйылды. Күмәкләшеп йырланылар, өҙә баҫып бейенеләр, таҡмаҡтар әйтештеләр, халыҡ йырҙарын, уйындарын иҫкә төшөрҙөләр. Сара бик күңелле үтте.
Байрам һуңында бергәләп милли изыҡтар ҡуйылған түңәрәк табын артында һөйләшә-көлөшә сәй эстеләр.
Читайте нас: